Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2025, 12:20

Гөлназ Асаеваның ире муйындан бурысҡа батҡан

Йәш ғаилә нисек осона барып сығыр икән!

Гөлназ Асаеваның ире муйындан бурысҡа батҡанГөлназ Асаеваның ире муйындан бурысҡа батҡан
Гөлназ Асаеваның ире муйындан бурысҡа батҡан

Вилдан Шәмсетдинов – Виллиға 3 ай эсендә 100-ҙән артыҡ штраф һалғандар.

Суд приставтары сайты мәғлүмәттәре буйынса, уның 116 мең бурысы  бар, яртыһынан артығы – ЮХХДИ штрафтары ( «BMW X4» машинаһында тиҙлек арттырған өсөн). Июндән алып иҫәпләгәндә, барлығы 155 штраф, тип яҙа «Mash иптәш» телеграм-каналы.

Телеграм-каналды  алып барусылар Виллиға шылтыратып комментарий һораған. Ул йыйылып киткән бурыстың барыһын да түләйәсәген әйткән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас