Ошондай шәп яңылыҡ менән акушер-гинеколог Станислав Иваха уртаҡлаша. Тап ул ауырлы ҡатынға операция эшләгән. УЗИ буйынса табиптар сабыйҙың ауырлығы 4805 г тип билдәләһә, ысынында ул унан да ҙурыраҡ булып сыҡҡан. Сабыйҙың ауырлығы – 5200 г! Әйткәндәй, пациенттың был дүртенсе балаһы. Быға тиклем дә ҙур сабыйы тыуған булған. Әммә уның ауырлығы 4,5 кг булған. Акушер-гинеколог әйтеүенсә, әлеге осраҡта яңы сабыйҙың кәүҙә ауырлығы диабетҡа бәйле шулай ҙур булған.