+18 °С
Облачно
Өтәләнеп,һаман биштәренә
Берен алып,тағы бер(е)һен һалам,
Гелән генә бергә йәшәп булмай,
Яҙылмаған ҡанун - мин ни ҡылам?!
Итәктәрҙән төшһә,балаларҙы
Алыҫ - алыҫ юлға оҙатабыҙ;
Көтөк була - була,көндәр һанап,
Ҡайтыуҙарын көтөп,йән атабыҙ.
Имен генә йөрө,йәме,балам,
Бер алдыңа ҡара,бер артыңа.
...Юлың изге булыр,күрәһеңме,
Ҡояш ҡалҡып килә тау артынан.
Флүрә Маликова