Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2025, 10:30

Ыста! Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла әрмегә алалармы?

Был хәбәр тағы алдаҡ булып сыҡты. Башҡортостандың хәрби комиссариаты уны кире ҡаҡты, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Ыста! Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла әрмегә алалармы?Ыста! Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла әрмегә алалармы?
Ыста! Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла әрмегә алалармы?

Ошо көндәрҙә "Башинформ"ға Өфөнөң косметология клиникаларының береһенең етәксеһе мөрәжәғәт итә. Беҙгә яңы йылдың тәүге көндәрендә электрон почта аша республиканың хәрби комиссариатынан, ғинуар аҙағына тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең исемлеген тапшырыуҙы талап итеп хат килгән. Унда шулай уҡ "хәрби хеҙмәткә талап ителеүе ихтимал булғандарҙың контакт мәғлүмәттәрен һәм һөнәри күнекмәләрен күрһәтергә" тип яҙыла, аңлатыу эштәре үткәрергә һәм ирекмәндәрҙе асыҡларға ҡушыла. Әгәр күрһәтмә үтәлмәһә, хат авторҙары предприятиены тикшереү менән янай.

"Мин рәсми сайттарҙа бындай ҡарарҙы күрмәнем. Аптырашта ҡалдыҡ. Зинһар, ошо мәсьәләне асыҡларға ярҙам итегеҙ", - ти клиника етәксеһе.

Башҡортостандың хәрби комиссариатында был "документ"ты фейк тип атағандар.

Республиканың хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич, "Башинформ" агентлығы хәбәрсеһе менән аралашыу барышында, ҡатын-ҡыҙҙар буйынса бер ниндәй ҙә исемлек йыймауҙы һыҙыҡ өҫтөнә алған.

Фото: "Башинформ".

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас