Борон уның тамырын сусҡа майына ҡушып, һынған, ауыртҡан, тартылған урындарҙы ыуғандар. Хатта эренләп ялҡынған һөйәктәр ҙә уның менән дауаланғандан һуң тиҙерәк йүнәлгән. Бер үк ваҡытта уның төнәтмәһен дә эскәндәр. Балаларҙы иһә һөйәктәре ныҡ булһын өсөн, һыуында йыуындырғандар. Этҡолаҡ бактерияларға һәм ялҡынһыныуға ҡаршы тороу көсөнә эйә. Уны өҫкө тын юлдары ауырыуҙарынан киң ҡулланалар.
Был дарыу үләне һәр һөйәк ауырыуынан ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, һөттәге төнәтмәһенә бал һәм сей йомортҡа ҡушып, һөйәк туберкулезын дауалайҙар. Ул эренле һөйәк ялҡынһыныуынан да ярҙам итә, хатта бот муйынтығы некрозынан да файҙаһы тейә. Тамырын ай тулған төндә генә ҡаҙып алырға кәңәш итәләр. Йыуырға ярамай. Бер һелкеп алғандан һуң, күгәртмәй генә киптерергә. Дауалау өсөн уны ҡаҙып алғас та йәки киптереп файҙаланалар.
Этҡолаҡ төнәтмәһе
Майы
Таҙартылған һәм ваҡланған этҡолаҡ тамырын ит үткәргестә үткәреп, сусҡаның эске майын ҡушып бутарға. Был май менән ауыртҡан урындарҙы ыуалар. Шулай уҡ компресс итеп ябырға мөмкин. Ул оҙаҡ һаҡланмай, шунлыҡтан әҙләп кенә эшләргә кәңәш ителә.