Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2025, 08:41

МХО-ла журналист һәләк булған

Бөрө районының "Победа" гәзите баш мөхәррире былтыр октябрҙә килешеү төҙөп яуға киткән булған. Яугир-журналистың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

МХО-ла журналист һәләк булғанМХО-ла журналист һәләк булған
МХО-ла журналист һәләк булған

Винер Фларис улы 30 октябрҙән алғы һыҙыҡта булған. Штурм ротаһында хеҙмәт иткән.

МХО-ға китерҙән алда, дошман шулай яҡын икән, мин ситтә ҡала алмайым, тигән ул.

Хеҙмәттәштәре менән һуңғы тапҡыр ноябрҙә бәйләнешкә сыҡҡан. Еңәсәкбеҙ! - был уның һуңғы һүҙҙәре.

Венер Йыһаншин Борай районында тыуған. 

Уның үлеме Башҡортостан журналистикаһы өсөн - ҙур юғалтыу.

Һәләк булған батыр яугир менән хушлашыу ошо көндәрҙә буласаҡ.

Фото: На СВО погиб журналист, редактор газеты «Победа» Бирского района

МХО-ла журналист һәләк булған
МХО-ла журналист һәләк булған
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас