Ҡариҙелдә иҫерек полицейский бәрҙергән баланы операцияға әҙерләйҙәр. Ул 17‑се дауаханала ята.
Зыян күргән үҫмерҙең әсәһе Елена Тимофеева юл-транспорт фажиғәһенең нисек килеп сығыуы тураһында аңлатма бирҙе.
"Баламды арттан килеп бәрҙергәндәр. Һөҙөмтәлә уның янбашы һынған», — ти әсә кеше.
Табиптар
бәлиғ булмаған үҫмерҙең һаулығына килтерелгән зыянды уртаса ауырлыҡта тип баһалай. Уға янбаш һөйәген нығытыу кәрәк. Быны металл конструкцияны операция ярҙамында ҡуйырға мөмкин.
Ваҡиға ял көндәрендә була. Үҫмер өй янында ҡар таҙартҡан. Уның көрәге һына һәм уны йүнәтергә ултыра. Ошо мәлдә баланы машина бәрҙерә.
БР Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, малайҙы бәрҙергән иҫерек полицейскийҙы эштән сығарғандар.