Туймазы ҡалаһының үҙәк урамында, Ленин проспектында, һыу үткәргесте ремонтлау мөһим бурыс булған. Сөнки эксплуатациялаған йылдарҙа селтәр ташландыҡ хәлгә килгән.
Авария булған осраҡта ҡала һыу каналы хеҙмәткәрҙәренә күптән түгел урамды төҙөкләндереү барышында һалынған юл япмаһын алырға тура килер ине.
Ремонт эштәре барышында «Заманса реновация системалары» генераль подряд ойошмаһы белгестәре бер километрҙан ашыу һыу үткәргесте горизонталь йүнәлештә быраулау алымы менән монтажлаған. Бындай технология классик коммуникациялар үткәреүгә алмашҡа килгән, бының өсөн байтаҡ ер эштәре талап ителә.
280 мм диаметрлы полимер торбалар файҙаланылды, яңы селтәрҙәр үткәреү ғәмәлдәгеләре менән параллель рәүештә алып барылды, иҫке үткәргес торбанан күсереү гидродинамик һынауҙар һәм дезинфекцияны индереп, бөтә эштәр комплексы тамамланғас ҡына башҡарылды, тип хәбәр итәләр БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Финал этабында ҡайһы бер участкала газон һәм тротуар плиткаһы тергеҙелгән. Коммуникациялар ҡала халҡына 50 йылдан ашыу хеҙмәт итәсәк.
Реконструкция тамамланғас, ҡаланың үҙәк өлөшөндә йәшәүсе меңдән ашыу кеше таҙа эсәр һыуға тоташҡан. Селтәргә шулай уҡ бик күп социаль, коммерция һәм транспорт инфраструктураһы объекттары, шул иҫәптән тимер юл вокзалы һәм хакимиәт бинаһы тоташтырылған. Күп йыл дауамында тотороҡло һыу менән тәьмин итеү етмәү мәсьәләһен хәл итеп, һыу үткәргесте реконструкциялау ҡала халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға мөһим өлөш индерә, әлбиттә.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.