"Бөгөн таңғы 5:20 сәғәттә Ҡазандың ситендә пилотһыҙ осоу аппараты һөжүме һөҙөмтәһендә газ цистернаһы яна. Татарстан Республикаһы Рәйесе Рөстәм Миңлеханов, оператив мәғлүмәттәр менән танышҡандан һуң, ваҡиға урынына юлланды. Һөҙөмтәлә шартлауҙан зыян күреүсе һәм үлеүселәр юҡ. Ҡазандың бөтә предприятиеһы штат режимында эшләй», — тиелә республика Рәйесенең матбуғат секретары Лилиә Ғәлимованың белдереүендә.