Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2025, 10:00

Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!

М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы Учалы районы Иҫтамғол ауылының “Тыл хеҙмәтсәндәре” төркөмөнөң эшен юғары баһалап, иҫтамғолдарҙы рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!
Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!

Һәр оло эштең башында энтузиастар тора. Шундай кешеләрҙең береһе - бихисап саралар уҙғарған, ауылдаштарын туплаған, тырышлығы, ойоштороу һәләте менән танылыу яулаған Гөлсирә Ғәлиәхмәтова. Ул - ауылдың йөрәк тибеше, уның яҡты йөҙөндә – берҙәм, уңған, дәртле ауылдаштарының йөҙө.

Гөлсирә Ғәлиәхмәтова етәкләгән “Тыл хеҙмәтсәндәре” төркөмө махсус хәрби операциялағы яугир егеттәребеҙгә туҡтауһыҙ гуманитар ярҙам ойоштора. Һәр кем изге эшкә хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индереп, кемеһелер аҡса йыя, кемеһелер маскировка селтәрҙәрен үрә, шәмдәр яһай, кемдер яугирҙарҙың имен-һау ҡайтыуына ҡорбан аштарын бағышлай.

- Ҡәҙерле ауылдаштарыма, дуҫтарға изгелектәре, киң күңелдәре, битараф булмауҙары өсөн ҙур рәхмәт! - ти Гөлсирә апай. - Кемдер матди, аҡсалата ярҙам күрһәтә, кемдер эше менән ярҙамлаша. Япма үреү еңел генә эш түгел, ваҡыт, сабырлыҡ кәрәк. Беҙ бергәләп яугир егеттәребеҙгә ярҙам итеп, уларҙың Еңеү менән иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырҙарына ышанабыҙ,

Мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, илгә тыныслыҡ килһен, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына, ғаиләләренә ҡайтһын!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүсе Башҡортостан халҡы илдең хәрби ведомствоһының "117" берҙәм белешмә номеры буйынса, Ситуацион үҙәктең "122" йәки (347) 218-19-19 номеры буйынса, шулай уҡ "Минең документтарым" күп функциялы үҙәге офистарында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры (347) 248-29-31.

Шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһында контракт хеҙмәте тураһында, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында һорауҙарға яуаптар башбат.рф сайтында, телеграмдағы чат-боттарҙа бар. Буласаҡ яугирҙарға контракт буйынса хеҙмәт итеү шарттары тураһында мәғлүмәттәрҙе йәшәү урыны буйынса хәрби комиссариатта йәки Өфөләге Башҡортостан контракты буйынса һайлап алыу пунктында (Революция урамы, 156) алырға мөмкин.

Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.
Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.
Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).

Фото: https://vk.com/club163477278

Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!
Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!
Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!
Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!
Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!
Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!
Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!
Афарин, “Тыл хеҙмәтсәндәре”!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас