Йәш егет "ватрушкала" шыуғанда һәләк булған, тип хәбәр итте Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Йәштәр тюбингты машинаға бәйләп шыуған. Ниндәйҙер мәлдә водитель ҡапыл тормозға баҫҡан, тюбингтағы егет автомобиль аҫтында ҡалып үлгән,
Машиналарға саналар һәм тюбингтар тағып йөрөү хәүефле икәнен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ!
Фото: Т. Аманов