Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә финанслау алған саҡта ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын өсөн эштәр проектының бөтә нескәлектәрен өйрәнергә ҡушты. Бынан тыш, ул республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Рус драма театрын реконструкциялауҙы башлау өсөн аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асыу тантанаһында ҡатнашырға йыйыныуы хаҡында хәбәр итте.