Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Января 2025, 09:10

Рәсәй Геройының исеме биреләсәк һәм төҙөкләндереләсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районының «Дубки» балалар лагерында тәртип урынлаштырырға ҡушты.  

Рәсәй Геройының исеме биреләсәк һәм төҙөкләндереләсәкРәсәй Геройының исеме биреләсәк һәм төҙөкләндереләсәк
Рәсәй Геройының исеме биреләсәк һәм төҙөкләндереләсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районының «Дубки» балалар лагерында тәртип урынлаштырырға ҡушты.

Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың ғаиләһе төбәк етәксеһенә махсус хәрби операцияла һәләк булған офицерҙың исемен балалар лагерына биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.

«Мин ҡаршы түгел, ләкин тәү сиратта, Илеш районында «Орленок»тағы кеүек маҡсатлы рәүештә уны төҙөкләндерергә кәрәк», - тип белдерҙе бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе.

Ул  вице-премьер Рөстәм Ғәзизовҡа район өсөн мөһим мәсьәләләрҙе, тәү сиратта юлдар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты тикшереү өсөн Ғафури районы башлығы Венер Вәхитов менән осрашырға күрһәтмә бирҙе. Шулай уҡ Радий Хәбиров мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһын - Быяла заводын төҙөкләндереү һәм «Красноусол» шифаханаһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас