Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Января 2025, 04:37

Башҡортостан - экспорт эшмәкәрлеге буйынса лидер

Төбәк экспорт стандартын (РЭС 2.0) индереү йомғаҡтары буйынса 2024 йылда Башҡортостан экспорт эшмәкәрлеге өсөн уңайлы мөхитле иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип танылды. Был хаҡта Рәсәй экспорт үҙәге хәбәр итә.

Башҡортостан - экспорт эшмәкәрлеге буйынса лидерБашҡортостан - экспорт эшмәкәрлеге буйынса лидер
Башҡортостан - экспорт эшмәкәрлеге буйынса лидер
Төбәктең экспорт ҡеүәтен арттырыу буйынса саралар «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты маҡсаттарына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.  Төбәктә экспортерҙарға бушлай төрлө ярҙам сараһы күрһәтелә. 2024 йылда Башҡортостан - урман сәнәғәте һәм агросәнәғәт комплекстары, шулай уҡ нефть-газ, химия һәм еңел сәнәғәт кеүек йүнәлештәр буйынса «Экспорт форсажы» тармаҡ акселерация программаларын ғәмәлгә ашырған берҙән-бер төбәк. 2021 йылдан Башҡортостан бизнес-шерифтарҙы уҡыта, артабан улар эшҡыуарҙарҙың шәхси ярҙамсылары булып китә алһын өсөн. Башҡортостан экспортерҙары даими рәүештә бөтә Рәсәй конкурсының округ, шулай уҡ федераль этаптарында еңеүҙәр яулай һәм призлы урындар яулай. Быйыл "Алға на экспорт!" төбәк программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы башлау күҙаллана. Ул 2030 йылға иәҫпләнгән.
Фото: Министерство внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Республики Башкортостан.
 
 
Башҡортостан - экспорт эшмәкәрлеге буйынса лидер
Башҡортостан - экспорт эшмәкәрлеге буйынса лидер
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас