Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2025, 04:00

Ҡыш: иммунитет тураһында хәстәрлек күрергә онотмағыҙ

Ҡышҡыһын кеше организмында матдәләр алмашыныуы  кәмей, витаминдар  һәм минераль матдәләр запасы  бөтә,  инфекцияларға ҡаршы тороу һәләте түбәнәйә.  Икенсе төрлө әйткәндә, иммунитет кәмейә. Йылдың был һыуыҡ миҙгелендә  йәшәү көсөн нисек һаҡларға һуң?

Ҡыш: иммунитет тураһында хәстәрлек күрергә онотмағыҙҠыш: иммунитет тураһында хәстәрлек күрергә онотмағыҙ
Ҡыш: иммунитет тураһында хәстәрлек күрергә онотмағыҙ

 “Иммунитет” һүҙе латин теленән тәржемә иткәндә, нимәнәндер ҡотолоу, азат ителеү тигәнде аңлата. Иммун системаһы организмда барлыҡҡа килгән сит-ят нәмәләрҙе танырға һәм шуларҙы юҡ итергә һәләтле. Әммә тыштан килеп ингән “дошмандар” менән генә көрәшмәй ул. Билдәле булыуынса, һәр сәләмәт организмда секнд һайын  иҫке күҙәнәктәр үлә һәм яңылары, шулай иҫәптән мутант-күҙәнәктәр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән,  бер секунд эсендә 10-дан 100 миллионға тиклем яман шеш күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүе ихтимал, һөҙөмтәлә улар организмды юҡ итер ине, әммә тәбиғәт быға юл ҡуймай, ярҙамға иммунитет килә.  Ул организмды  насар аҡһымдарҙан һәм күҙәнәктәрҙән һаҡлай.

Иммун системаһының үҙенең органдары һәм  махсус күҙәнәктәре бар. Уларға баш һөйәге мейеһе, боғаҡ биҙе, талаҡ,  миндалиналар, эсәктәр, аденодитар һәм лимфа төйөндәре инә. Уларҙы “үҙеңдеке – сит” принцибына ҡоролған бер үк эш берләштерә. Иммун органдары иммун күҙәнәктәре етештерә һәм улар “ситтәр”ҙе эҙләп юҡ итеү өсөн  бөтә кеше организм туҡымалары буйлап хәрәкәт итә.

Кеше тыуғанда уның иммун системаһы тулыһынса формалашмаған була. Әсә һөтө менән бала уны бактериялы һәм вируслы  ауырыуҙарҙан һаҡлаусы  әҙер иммун матдәләре ала. Бына  ни өсөн балаға оҙағыраҡ күкрәк һөтө имеҙеү мөһим.

Ғөмүмән,  организмдың бактерия флораһында  файҙалы һәм ауырыу таратыусы микробтар була. Нормала булғанда файҙалы микробтар күпкә күберәк. Ә инде орагнизмда ауырыу таратыусы микробтар күбәйһә, улар ауырыу  тыуҙыра.  Ә бына әҙ генә күләмдәге бындай микробтар хатта файҙалы ла. Эш шунда,  әҙ күләмдәге ауырыу таратыусы микробтар менән иммун системаһы көрәшә ала. Ошо көрәш уны тағы ла күберәк “дошмандарға” ҡаршы торорға әҙерләй, йәғни үҙенә күрә бер күнекмә булып тора.

Ә инде ауырыу микробтар тәүге кәртә булған тире менән лайлалы ҡатламдарҙы үтеп,  орагнизмға инә алһа, улар менән   айырым күҙәнәктәр – фагоциттар көрәшкә сыға.  “Фаг” латин теленән  тәржемә иткәндә, улар йотоусы (ашаусы) тигәнде аңлата. Уларға лейкоциттарҙың бер өлөшө инә. Улар туҡтауһыҙ ҡан һәм лимфа  тамырҙары буйлап хәрәкәт итә.  Микробтар ныҡ күбәйеп киткән осраҡта  ҡанда лейкоциттар ҙа күбәйә. Быны ҡа анализы тапшырғанда күрергә мөмкин. Әгәр ҙә “дошмандар” юғ ителмәһә лейкоциттарға ярҙамға башҡа  күҙәнәктәр – Т-хелперҙар  килә.  Улар “дошман”ды  тибы буйынса айырырға һәм  тағы ла һөҙөмтәлерәк көрәш алымы ҡулланырға һәләтле. “Хелпер” инглиз теленән тәржемә иткәндә, ярҙамсы тигәнде аңлата.

Бынан тыш, иммун системаһында киллер-күҙәнәктәр ҙә бар. Эш шунда, бөтә микробты  алда һанап үтелгән күҙәнәктәр юҡ итеп бөтә алмауы ихтимал. Улар бактериялар менән көрәшә ала, ә бына инфекцияларға  тора алмай. Вирус күҙәнәк эсенә инеп йәшеренә һәм уны үҙ маҡсатына эшләргә мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә зарарланған күҙәнәк яңы вирустар бүлеп сығара башлай. Ә киллер-күҙәнәк  уны танып алып, юҡ итә. Бына бит ул, иммун системаһы ниндәй ҡатмарлы эш башҡара.

Әммә беҙҙең организмдың һаҡсылары – иммун күҙәнәктәре өҙлөкһөҙ эшләп торһон өсөн, уларҙы туҡлыҡлы матдәләр, иң беренсе сиратта аҡһымдар, витаминдар  һәм минералдар менән  менән тәьмин итеү мөһим.

Бының өсөн  организмға әҙерәк холестерин кәрәк. Йәғни көнө һайын 10 – 15 г аҡ май ашау мөһим.

Аҡһымдарҙың иң яҡшы сығанаҡтары – ул ит, балыҡ һәм ҡуҙаҡлылар ( борсаҡ, чечевица, фасоль). Көнөнә 100 – 150 г балыҡ йәки ит ашарға кәрәк. Ҡуҙаҡлыларҙы туҡланыу рационына аҙнаһына  бер-ике тапҡыр индереү ҙә етә. Аҡһымдан тыш, улар В витаминына бай.

Билдәле булыуынса, бар үҫемлек аҙығы А витаминынына – бета-каротинға бай. А витамины ла организм өсөн бик кәрәк, сөнки  ул фагоциттарҙың өҙлөкһөҙ эшләүенә булышлыҡ итә. Ә иң мөһиме – А витамины  организмды яман шеш күҙәнәктәренән һаҡлай.

Был витамин кишерҙә, ҡабаҡта, ҡыҙыл бороста, бауырҙа күп. Бауырҙы аҙнаһына  бер тапҡыр ашау ҙа етә.

Күптәр В витамины етмәүҙән яфалана.  Был иһә ондо таҙартҡан ваҡытта был витаминдың да юҡ ителеүенә бәйле. Бына ни өсөн  икмәкте юғары сортлы ондан түгел, ә бернсе һәм икенсе сортлы ондан бешерелгәнен ашарға кәңәш итәләр. Уларҙа В витамины күберәк һаҡланып ҡала.  Әйткәндәй, В төркөмө витаминдары  ауырыу бактерияларҙы, вирустарҙы һәм сит яман шеш күҙәнәктәрен танып-белеүҙә ҙур  роль уйнай.

Был витамин бауырҙа, көнбағышта, сәтләүектәрҙә, таҙартылмаған бойҙай ононда, ҡарабойҙайҙа, тарыла күп.

С витамины иммун күҙәнәктәре бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, беҙҙең тамырҙарҙы шымарта һәм нығыта. С витаминына  айырыуса татлы борос, петрушка,  һырғанаҡ,  ҡара ҡарағат, гөлйемеш, киви, цитурстар бай.

Е витамины – антиоксидант, ул беҙҙең күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай һәм органдарҙа һәм туҡымлараҙа ялҡынһыныу процесы тыуҙырыусы матдәләрҙе баҫа. Е витаминының тәбиғи сығанағы булып сәтләүектәр,  бауыр, аҡ май, йомортҡа һарыһы  һәм бойҙай шытымы иҫәпләнә.  Шулай уҡ ул таҙартылмаған  йәки өй шарттарында әҙерләнгән үҫемлек майында күп.

Һәм, ниһайәт,  иммун системаһының дөрөҫ эшләүе өсөн  минераль матдәләр. Айырыуса цинк,  магний, баҡыр, тимер бик мөһим. Улар бауыр, бөйөр, йөрәк кеүек ҡош-ҡорттоң һәм малдың эске органдарында күп. Мәҫәлән, һыйыр итенә ҡарағанда, бауырында  тимер 10 тапҡырға күберәк. Ә үҫемлек аҙыҡтарынан етен орлоғо, көнбағыш, сәтләүектәр, ҡуҙаҡлылар минераль матдәләргә бай.

Шулай уҡ туҡланыу рационына һөт аҙыҡтарын индерергә лә онотмағыҙ, улар тере бактерияларға бай. Тәбиғи биойогурт менән биокефирҙар иммун рекацияһында ҡатнашыусы интерферлон бүленеп сығыуҙы көсәйтә.

Бынан тыш, иммунитетты нығытыуҙың башҡа ысулдары ла бар. Мәҫәлән, сынығыу, йөҙөү, йүгереү, йөйөү йөрөү, даими рәүештә физкультура менән шөғөлләнеү һ.б. Иң мөһиме – иммунитетҡа  ауыр ҡышҡы осорҙо үткәреп ебәреү өсөн ярҙам итергә ваҡыт һәм  мөмкинлек табыу.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас