Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе 10 эш көнө дауамында ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләй. Иҫәп эш биреүсегеҙ һеҙҙең мәғлүмәттәрҙе һәм реквизиттарҙы раҫлаған көндән башлап бара.
Пособие тәғәйенләү өсөн уртаса эш хаҡы хеҙмәткәрҙең страховка осрағы башланғанға тиклемге ике календарь йылдағы эш хаҡынан сығып иҫәпләнә. Пособие страховка стажына ла бәйле. Ул:
- 8 йылдан ашыу булһа – уртаса эш хаҡының 100;
- 5 йылдан 8 йылға тиклем булғанда – уртаса эш хаҡының 80;
- 5 йылдан кәмерәк булһа – уртаса эш хаҡының 60 проценты күләмендә билдәләнә.
Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тураһындағы мәғлүмәт менән беҙҙең яҙмала танышығыҙ.