Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар , 00:08

Онлайн-иғландарҙы хәүефһеҙ урынлаштырыу

Мутлашыусылар һеҙҙең махсус сервистарҙа онлайн-иғландар урынлаштырған мәлегеҙҙән файҙаланырға мөмкин. Енәйәтселәрҙең был аҙымынан үҙеңде һаҡлау тураһында аңлатабыҙ.

Онлайн-иғландарҙы хәүефһеҙ урынлаштырыу
Онлайн-иғландарҙы хәүефһеҙ урынлаштырыу

Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе күрһәтмәгеҙ. Уларҙы иғлан тексында күрһәтеүҙән тыйылығыҙ.

Әгәр һатып алыусы йәки һатыусы һылтанма буйынса күсергә өндәһә йәки шикле номер ебәрһә, мәғлүмәтте тикшерегеҙ.

Килешеү төҙөр алдынан һатыусы/һатып алыусының профилен өйрәнегеҙ. Яҙылған баһаламалар һәм уларҙың йөкмәткеләренә иғтибар итегеҙ.

Ташлама йәки «килешеүҙе тиҙ арала төҙөргә» вәғәҙә итеүҙәренә ҡарамаҫтан, аҡсағыҙҙы алдан күсермәгеҙ.

Тауарҙы һәм аҡсаны тапшырыу өсөн шәхсән осрашыуығыҙ яҡшы. Бының өсөн кешеләр күп йөрөгән һәм күҙәтеү камералары булған урындарҙы һайлағыҙ.

Онлайн-түләүҙәр өсөн һатып алыусыны яҡлау функцияһы булған һәм үҙегеҙ белгән сервистарҙы һайлағыҙ.

Әңгәмәсегеҙ үҙен сәйер тотһа, платформаның ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: