Яңы йыл акцияһы "Ҡыш бабай менән бергә Дед Мороз идет" тип аталған һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре менән волонтерҙар Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу булып кейенеп, дауаханалағы балаларға, ауылдың яңғыҙ йәшәүселәренә һәм ярҙам мохтаж ғаиләләргә барған. Әлбиттә, МХО яугирҙары ғаиләләре лә иғтибарһыҙ ҡалмаған. Ҡыш Бабай бүләкһеҙ йөрөмәй инде! Һәр кем уның бүләген алып ҡыуанған.
Ойоштороусылар үҙҙәре лә ҡәнәғәт ҡалған, тип хәбәр итәләр райондан.
Фото: Администрация МР Караидельский район РБ.