Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Января 2025, 04:00

Ветерандарға – сертификаттар

Быйыл фронтта яраланған махсус хәрби операция ветерандарына спорт залдарына һәм секцияларға бушлай йөрөү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыласаҡ.

Ярҙам сараһы физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә социаль заказға инә. Был турала БР Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда белдереп, Спорт министрлығына ошо сараның норматив нигеҙҙәрен әҙерләргә ҡушҡайны.

Белеүегеҙсә, 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.

Фото: Башинформ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас