Был һорауға яуап табырға уларға Диана Гарданова ярҙам итте. Диана -- программист-математик, социаль психолог һәм гештальт-терапевт. Ул "Ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәре" темаһына төрлө яҡлап ҡарарға тәҡдим ине. Диана психология теорияһын ғына түгел, аналитик тәжрибәне лә ҡулланды. Ул һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларға партнерҙарҙы һайлауға һәм мөнәсәбәттәр ҡороуға йоғонто яһаусы механизмдарҙың нисек эшләүен аңларға ярҙам итте. Һөйләшеү диалог форматында барҙы һәм унда һәр ҡатнашыусы үҙенең дә фекерен еткерә алды.