Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар , 23:53

Порносайт ҡорбаны

Октябрьский ҡалаһынан стоматолог Яңы йыл байрамдарында интернетта сағыу порносайт таба. Теркәлеү өсөн ул үҙенең телефон номерын һәм банк картаһы реквизиттарын яҙа, ә һуңынан ҙур булмаған сумма күсерә. 

Порносайт ҡорбаны
Порносайт ҡорбаны

Әммә сайтҡа инә алмай.

Уның ҡарауы мутлашыусылар табипты ҡармаҡҡа эләктерә, сөнки егет социаль селтәрҙә лә шул уҡ телефон номеры менән теркәлгән була. Енәйәтселәр үҙ ҡорбанының шәхси тормошо тураһында ентекле мәғлүмәт йыя.

Бынан һуң табипҡа "сайт администраторы" шылтырата һәм теркәлеү ваҡытында нимәнелер дөрөҫ эшләмәүең арҡаһында сайтыбыҙ ватылды, тип ғәйепләй, йәнәһе лә, улар секунд һайын ҙур юғалтыуҙар кисерә. Ышаныслы булһын өсөн мутлашыусы ҡорбанға әсәһенең мәғлүмәттәрен еткерә (уларҙы социаль селтәрҙәрҙә табалар). "Донъяның абруйлы порностудияһына" килтерелгән зыянды ҡаплар өсөн, ҡурҡҡан йәш табип үҙенең бөтә булған аҡсаһын - 122 мең һумды енәйәтселәрҙең иҫәбенә күсерә. Әммә муттарға был ғына аҡса аҙ күренә. Ярай ҙа егеттең әсәһе уны ҙур кредиттарҙы рәсмиләштереүҙән туҡтата.

Интернетта шәхси, эшлекле һәм күңел асыу аккаунттарығыҙҙы айырым тороғоҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: