Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар , 21:00

Бәхетһеҙмен

  Бәхетһеҙмен тип һин яр һалмай тор - Яр һалырлыҡ әле тауышың бар, Ярлымын тип әле зарланмай тор - Аҙмы-күпме килер табышың бар. Яңғыҙмын тип бәлә һалыу - гонаһ, Эргә-тирәң тулы дуҫ-туғаның, Балаһы бар кеше яңғыҙ булмай, Үҙ тәрбиәң - ул бит һинең ҡаның. Әллә кемдәр әллә ҡайҙан килеп Ниҙер эшләр тимә һинең өсөн, Табып әмәл, ҡылып төрлө ғәмәл Эшкә егеү кәрәк йәшәү көсөн. Бар донъяға рәнйеп, үпкәләмә, Ил күргәнде булмаҫ күрмәйенсә, Яҡты донъяларҙан биҙмәү зарур Ҡараңғы тар гүргә кермәйенсә. Сабырлыҡтар өсөн баһа итеп Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын, Хаким, ҡанун беҙҙе ҡаҡҡанда ла, Бер Хоҙай Тәғәләм ҡаҡмаһын! Раббым беҙҙе үҙе яҡлаһын!! #ФирүзәАбдуллина

Бәхетһеҙмен
Бәхетһеҙмен

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: