Ҡыш көнөдә йәшен буламы ни,
Атып йыға алыр имәнде.
Ҡанундары әллә үҙгәрҙеме,
Был тәбиғәт, яҙмыш тигәндең.
Күҙҙәр уҡып, ҡолаҡ ишетһә лә,
Ышанғыһы килмәй күңелдең.
Йәшен тиҙлегендәй таралған һүҙ,
Әйтегеҙсе, дөрөҫ түгелен.
Шаңҡып ҡалған ғәзиз туғандарын,
Ауылдаштар, барса дуҫтарын
Зыу килтереп йыйып алды ШӘХЕС,
Сымырылап кәфен остарын.
Әйтке килмәһә лә, бәхилләшәм,
Юлдаш итһен Раббым иманды.
Халҡың күңелендә мәңге йәшәр,
Атып йыға алмаҫ имәнде.
Рәшиҙә МАНСУРОВА.