Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар , 16:00

Ашҡаҙанығыҙ эшләп етмәһә

Һый тулы байрам табындарынан һуң күптәр  ашҡаҙан, эсәктәр ауыртыуынан яфаланғандыр. Төрлө ризыҡ, айырыуса майонезлы салаттар  бөтә кешегә лә килешеп бөтмәй шул.  Бындай осраҡта  халыҡ дауаһы ла ярҙам итеүе ихтимал.

Ашҡаҙанығыҙ эшләп етмәһә
Ашҡаҙанығыҙ эшләп етмәһә

  Мәҫәлән, беҙ тәҡдим иткән  шифалы эсемлек  ашҡаҙан һәм эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта, үҙәк көйөүҙән, эсәктәрҙең   ауыртыуынан, кикереүҙән, ауыҙҙан насар еҫ килеүҙән, ашаған ашыңдың эшкәртелеп бөтмәүенән ҡотолорға ярҙам итә.

Уны әҙерләү өсөн бер үк күләмдә алтей,  бөтнөк үләнен, мәтрүшкәне һәм һары мәтрүшкәне, бер аҙ боланутты ҡушып бутарға. Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға 500 мл һыу ҡойоп утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, талғын утта 10 минут ҡайнатырға.  Уттан алғас,  ҡапҡасын ябып ярты сәғәт  төнәтергә.  Һуңынан көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 100 мл эсергә.

Прополис менән дауалау

Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын прополис менән дә дауалап була. Спиртлы төнәтмәһен әҙерләү өсөн 10 г прополисты ваҡлап, 100 г спирт ҡойорға һәм 30 минут   болғатып торорға. Өс көн төнәтергә, тағы болғатырға һәм 2 сәғәткә һалҡынға ҡуйып алғандан һуң ҡағыҙ фильтр  аша  һөҙөргә. Уны 18 – 20 көн буйы 15 – 20 тамсыны  һыуға йәиһә һөткә ҡушып, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.

Ашҡаҙан-эсәк тракты өсөн прополис майы ла файҙалы.  Уны әҙерләү өсөн 10 г ваҡланған прополисҡа һыулы банкаға ултыртып йылытылған аҡ майҙы ҡушып бутарға. Ошо ҡатншаманы шулай уҡ һыулы банкаға ҡуйып һәм туҡтауһыҙ бутап тороп,  50 – 60 минут йылытырға. Һуңынан бер ҡат марля аша һөҙөп алырға. Был дарыу ашҡаҙан сей яраһынан һәйбәт. Ауыртыу ғәҙәттә 4 – 5 көн эсендә кәмей, ә 10 – 12-се көнөнә бөтөнләй бөтә.  Дауаланыу өсөн  ашарҙан ярты сәғәт алда һөткә ҡушып көнөнә өс тапҡыр  берәр балғалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – 18 – 20 көн.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: