Теүәлерәк әйткәндә, был Башҡортостанда былтыр теркәлгән факт. Йәғни, 2024 йылда һыуҙа 81 кешенең ғүмере өҙөлгән. Сағыштырыу өсөн 2023 йыл йомғаҡтарына күҙ һалайыҡ. Ул йылда барлығы 117 кеше һыу ҡорбаны булған.
81 ҡорбандың 35-е - махсус йыһазландырылмаған урындарҙа һыу ингәндә батҡан, 20 кеше һыуға ҡолап төшкән, алтауһы - балыҡ тотҡанда, тағы ла алты кеше йоҡа боҙҙа һыу аҫтына китеп үлгән. 5 осраҡта катерҙа батҡандар. 9 бала өлкәндәр иғтибарынан тыш, һыуға төшөп һәләк булған.
МЧС шундай күңелһеҙ статистика менән бүлешкән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.