Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2025, 10:45

Водителдәр һәм пассажирҙар иғтибарына!

Ҡайһы бер юлдарҙа хәрәкәт сикләнгән, алыҫ юлға сыҡмау хәйерле...

Водителдәр һәм пассажирҙар иғтибарына!
Водителдәр һәм пассажирҙар иғтибарына!

9 ғинуарҙа һауа шарттарының насар булыуы сәбәпле, Благовещен, Бөрө, Мишкә һәм Борай райондарында, Өфө-Бөрө-Яңауыл юлының 33-сө саҡрымынан алып 150-се саҡрымына тиклем - Өфө һәм Благовещен райондары сигенән Борайға тиклемге участкала, бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт сикләнгән.

Архангел, Белорет райондарында, Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 67-се саҡрымынан алып 222-се саҡрымына тиклемге участкала, йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт сикләнгән.

- Сикләүҙәр бөтөрөлһә, өҫтәмә рәүештә хәбәр итербеҙ. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, - тип хәбәр итә баш автоинспектор Владимир Севастьянов. - Юл хәлен күҙәтеүҙе дауам итәбеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең дежур часына 235-84-02, 233-27-31 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Фото: БР ДАИ.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас