Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2025, 11:10

Ут аямай

Яңы йыл ялдарында янғында алты кешенең ғүмере өҙөлгән.

Ут аямайУт аямай
Ут аямай

 

Йыл башынан Башҡортостанда 102 янғын теркәлгән, уларҙа алты кеше һәләк булған, тағы ла өсәүһе төрлө йәрәхәттәр алған.

Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Белорет, Балаҡатай, Ғафури, Дыуан, Ҡариҙел һәм Өфө райондарында сыҡҡан янғында кеше ғүмерҙәре өҙөлгән. Ғафури районы Ҡотлоғужа ауылында 47 йәшлек ир утта һәләк булған.

Фажиғәләрҙең төп сәбәбе – элеккесә кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, өйҙә тәмәке тартыу һәм электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас