Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2025, 12:05

Иғтибар! Конкурс!

Өфө фән һәм технология университетының журналистика кафедраһы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты менән берлектә 2024 йылдың 16 декабренән 2025 йылдың 9 февраленә тиклем республика мәктәптәренең 5-11 синыф уҡыусылары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының студенттары араһында  "Һабантурғай йыры" киң мәғлүмәт саралары конкурсын үткәрә.

Иғтибар! Конкурс!Иғтибар! Конкурс!
Иғтибар! Конкурс!

Әгәр һеҙҙең мәктәптә, колледжда даими рәүештә гәзит, журнал сығарылһа, телевидение, радио, интернет-портал эшләп килһә, рәхим итеп ижади конкурста ҡатнашығыҙ!

Конкурсты үткәреү этаптары: - 2024 йылдың 16 декабренән 2025 йылдың 25 ғинуарына тиклем - kafedra.jurnalistiki@gmail.com электрон адресы буйынса Өфө фән һәм технологиялар университетына конкурс эштәрен тапшырыу;

- 2025 йылдың 25 ғинуарынан 2025 йылдың 08 февраленә тиклем - жюри эштәрҙе баһалай;

- 2025 йылдың 9 февралендә - конкурсҡа йомғаҡ яһау.

Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар Ойоштороу комитетына түбәндәге форма буйынса тапшырыла: https://forms.gle/kN2ujLXdFzjG4TDd9

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Положениела табырға мөмкин: 

https://vk.com/doc524013760_684959279?hash=UfoLZN24Yq4ZJumyPv6wHUuabYOCvlto1avzvUhEw7s&dl=5tt5yhtcOWVRzOLBtcK0MITgiD0W4ZVd7UdCpW2IrLk&from_module=vkmsg_desktop

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас