Р-240 "Өфө-Ырымбур" юлында 27-се саҡрымдан алып 112-се саҡрымға тиклем (Булгаков ауылынан Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡәҙәр) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә. Юл хәрәкәтен сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты - 18.00 сәғ.
Борай–Иҫке Балтас-Көйәҙе юлында 56-сы саҡрымдан алып 98-се саҡрымға тиклемге участкала (Тәтешле районы) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт иртәнге сәғәт етегә тиклем сикләнә.
Алыҫ юлға сыҡмау хәйерле!
Фото: БР ДАИ.