Әбйәлил районының Амангилде ауылында шәхси йортта ут сыҡҡан. Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекле янғын һүндереү командаһы һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереү барышында залда 57 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла...
Янғын сәбәбе асыҡлана, тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе үткәрә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- түшәктә тәмәке тартмағыҙ;
- электр ҡорамалдарын даими тикшереп тороғоҙ;
- электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш төшөрмәгеҙ;
- янғын тураһында иҫкәртеүсе сигнализация ҡоролмаһын ҡуйырға онотмағыҙ: прибор хәүеф тураһында тауыш менән иҫкәртәсәк!
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306