Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2025, 13:00

100 йәшлек юбиляр!

Учалы районының Иҫке Балбыҡ ауылында йәшәгән Нурҙиҙә Әхмәҙей ҡыҙы Иҡсановаға йөҙ йәш! 

100 йәшлек юбиляр!100 йәшлек юбиляр!
100 йәшлек юбиляр!

Юбилярҙы тыуған көнө менән ҡотлап, Туңғатар ауыл советы сәхифәһендә бына ни тип яҙалар: 

Быуаттарҙы быуатҡа бәйләп, күпме яҙмыш һынауҙарын иңендә күтәреп, бик аҙҙарға ғына эләккән бәхеткә еткән Иҫке Балбыҡ ауылынан йөҙйәшәр инәй Иҡсанова Нурҙиҙә Әхмәҙей ҡыҙы бөгөн улы, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, ауылдаштары менән йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләй. Тәбиғәте менән ихлас, ифрат тырыш, ярҙамсыл, егәрле, эшһөйәр, ғәҙел зат. Ул тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнә. Ғүмер буйы донъя мәшәҡәттәренә, тормош ваҡлыҡтарына зарланмай, һәммәһенән өҫтөн булды һәм шуға күрә оло хөрмәткә лайыҡ.

Хөрмәтле юбиляр! Бөтә йөрәктән оло юбилейығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә киләсәктә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, күңел һәм йән тыныслығы теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙҙең уңыштарына һөйөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелеп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! Килер көндәрегеҙ яҡты һәм ҡыуаныслы мәлдәргә бай булһын!
Бер быуат яҙмыш кисергән,
Күпме һынауҙар үткәргән,
Донъя аһ-зарҙарына ҡалҡан булып ,
Йөҙ йәште лә еткергән!
Купме ҡанлы тарих, һуғыш,
Яҙмышына тура килгән.
Бөгөн уның ғүмеренә,
Тере тарих бите һеңгән!
Бөгөн бәхетле Ил инәһе!
Һеҙгә - бөтә оло хөрмәт!
Өлгөлө тормошоғоҙ өсөн,
Яуһын сикһеҙ РӘХМӘТ!

Нурҙиҙә Әхмәҙей ҡыҙын күркәм юбилейы менән ауылдаштары, туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ Учалы районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, Учалы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе һәм район депутаты Мозафар Ҡадиров, Туңғатар ауыл советы хакимиәте башлығы Алмас Ғиззәтуллин да тәбрикләнеләр.

Ҡотлауҙарға Учалы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов та ҡушылды:

- Нурҙиҙә Әхмәҙей ҡыҙы ауыр тормош юлы үткән, - тип яҙа Руслан Ғәлийән улы. - Ул тыл эшсеһе, үҫмер сағынан уҡ тиңдәштәре менән бергә торф ҡаҙыған, баҫыуҙа ла, фермала ла эшләй, бер эштән дә ҡурҡмай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ҡошсолоҡ фермаһы мөдире булып эшләй башлай, уның дөйөм хеҙмәт стажы - 50 йыл. Бөгөн Нурҙиҙә Әхмәҙей ҡыҙы туғандары һәм яҡындары менән бергә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул йорт эштәрен башҡара, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүен дауам итә. Нурҙиҙә Әхмәҙей ҡыҙын юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!

Ошо изге теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ! Мең йәшәгеҙ Нурҙиҙә Әхмәҙей ҡыҙы!

Фото: https://vk.com/rbstarobalbukovopublic214792962?from=search

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас