(Күңелһеҙ шиғыр)
(Күңелһеҙ шиғыр)
Йоҡоһоҙлоҡ. Таң һыҙыла. Тәрән йоҡола ауыл. Торам тәҙрә ҡаршыһында, Әйтерһең, бер һағауыл.
Үле тынлыҡ.Сана сыжлап Ҡырпаҡ ҡарҙан юл ярмай: Малсылар таң һарыһынан Ат егеп, эшкә бармай.
Тәҙрәләрҙә бер-бер артлы Ҡабынмай иртүк уттар: Мәктәптә белем алырлыҡ Балалар инде юҡтар.
Һаман торам. Күҙҙәремә Осмот та йоҡо йоҡмай. ...Һаташыулы төштәр күреп, Ҡартайған ауыл йоҡлай. М.Байғарина.