- Төҙөлөштә ҡулланылған лесаны эшләү байтаҡ ваҡытты ала, әллә күпме төҙөлөш материалын да тураҡлап әрәм итергә тура килә, - тип яҙа Фәрзәт Мөхәмәтйән улы. - Беҙҙең урамда йәшәүсе оҫта, уйлап сығарыусы Иҙел Назарғолов леса эшләп ваҡытты һәм пиломатериалды сарыф итмәҫ өсөн тимер профилдәрҙән бик уңайлы терәү эшләгән. Иҙелдең уйлап сығарған ҡулайламаларын һанап бөткөһөҙ. Миҫал өсөн, уның үҙе ҡорған токарь станогында, бер ваҡытта ла ул станокта эшләп ҡарамаған кеше лә эшләй ала, сөнки әҙер шаблондың фигураһын эшләй торған материалға күсерә.
Афарин, Иҙел! Яңынан-яңы асыштар теләйбеҙ һиңә, оҫта ҡуллы башлы егет!
Фото һәм видео: Фәрзәт Ҡаһарманов.