Бөгөнгө көндә МХО-ла ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн уңайлы вариантты һайлай ала: шифаханала үҙ аллы ял итергә, яҡындары менән дауаланыу курсын бүлешергә йәки дауаланыу хоҡуғын тормош иптәшенә йәки ата-әсәгә (уллыҡҡа алыусыларға) тапшырырға мөмкин.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам күрһәтеү беҙҙең өсөн төп бурыстарҙың береһе булып тора. МХО-ла ҡатнашыусылар шифахананы үҙҙәре һайлай һәм дауаланыу өсөн путевка бронләй ала. Санатор-курорт дауалауҙың дауамлылығы бер кеше өсөн - 14 көн, ике кеше өсөн 7 көн тәшкил итә. Бынан тыш, хәрби хеҙмәткә саҡырылған ваҡытта республикабыҙҙа теркәлеп, МХО-ла һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған яугирҙың туғандары бер тапҡыр шифахана-курорт дауалау хоҡуғы менән файҙалана ала, - тип комментарий бирә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Путевка юллау өсөн түбәндәге документтарҙы күрһәтергә кәрәк: паспорт йәки РФ ҡануниәтенә ярашлы шәхесте раҫлаусы башҡа документ; СНИЛС; ИНН; МХО-ла ҡатнашыу тураһында белешмә; һаулыҡ торошо тураһында медицина белешмәһе һәм шифахана-курорт картаһы.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/25844/