«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү» милли проекты буйынса былтыр үҙәктә 15 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән. Был 2023 йыл күрһәткестәренән юғарыраҡ.
"Минең бизнесым" үҙәгенең 13 филиал офисы бар. Яңы йылда Сибайҙа асыу күҙаллана. Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн бик уңайлы майҙансыҡ.
БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко әйтеүенсә, 2025 йыл "Минең бизнесым - бизнес өсөн" лозунгы буйынса үтәсәк.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.