Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2025, 11:00

Бөгөн - Абхазияла матәм

Бөтә дәүләт биналарында флагтар төшөрөлгән, мәҙәниәт йорттарында, телевидение һәм радиоканалдарында күңел асыу саралары булмай.

Бөгөн - Абхазияла матәмБөгөн - Абхазияла матәм
Бөгөн - Абхазияла матәм
Матәм сәбәбе - Абхазияның Галский районындағы Папанырхуа ауылында биш баланың янып үлеүе.
Янғын бер йортта сыҡҡан. Яҡынса тикшереү күрһәтеүенсә, балаларҙың өләсәһе мейес яғырға булған һәм тоҡандырыу өсөн бензин менән кәрәсинде бутаған. Ут шунан сыҡҡан булыуы ихтимал.
Биш ҡыҙ бала ут ҡорбаны. Уларҙың иң өлкәненә һигеҙ генә йәш булған.
Әйткәндәй, Абхазия - беҙҙең дуҫ төбәк. Тик уҙған йыл аҙағында унда ил башлығы алмашынды. Моғайын, беҙҙең менән мөнәсәбәттәре үҙгәрмәҫ. 
Башҡорт-абхаз дуҫлығы хөрмәтенә Өфөләге Ағиҙел ярында Сухум колоннадаһының күсермәһе эшләнде.
Бәлә-ҡаза урап үтһен!
Фото: "Россиийская газета".
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас