Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Января 2025, 14:00

Ашҡаҙанығыҙ зыян күрмәһен...

Оҙайлы ялдарҙа нисек һау һәм көр кәйефле булырға? Белгес яуабына иғтибар итегеҙ.

Ашҡаҙанығыҙ зыян күрмәһен...Ашҡаҙанығыҙ зыян күрмәһен...
Ашҡаҙанығыҙ зыян күрмәһен...

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы Алиса Мамаева менән әңгәмә баҫылған. Белгес ашҡаҙанды һаҡлау тураһында һөйләй.

Алиса Мамаева әйтеүенсә, рационға күберәк йәшелсә, үләндәр, эре ярмаларҙан бутҡа индерергә кәрәк. Татлы менән майлынан баш тартырға, етерлек күләмдә һыу эсергә.

Майлы майонезға ҡарағанда, ҡаймаҡ йә тәбиғи йогурт яҡшыраҡ, ти табип. Табында ашығып ашамаҫҡа ла кәңәш бирә. Һәр нәмәлә сама булырға тейеш. 

"Әҙ-әҙләп ашарға кәрәк. Хәрәкәт тураһында онотмағыҙ! Саф һауала йөрөгөҙ, һис юғы бейегеҙ. Был артыҡ килолар алмауға һәйбәт", - ти белгес.

Ауырымағыҙ, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас