Дауахананың рентген-хирургия алымдары менән диагностикалау һәм дауалау бүлегендә урынлаштырылған ангиографта 2700-ҙән ашыу процедура үткәрелгән. Был аппаратта ангиография, флебография, корография кеүек тикшереүҙәр башҡарыла.
Дауахананың баш табибы Илшат Яппаров әйтеүенсә, был заманса система йөрәк-ҡан тамырҙарын тикшереү өсөн бик уңыйлы.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән.