Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2025, 06:30

Ғаилә уйындары гөрләп бара

Башҡортостанда 45 меңдән ашыу ғаилә Яңы йыл уйындарында ҡатнаша. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә.

Ғаилә уйындары гөрләп бараҒаилә уйындары гөрләп бара
Ғаилә уйындары гөрләп бара

Ғаилә уйындары бына инде бишенсе йыл рәттән яңы йыл каникулдарында ойошторола. Тәүҙә - мәктәп, унан - муниципаль, иң һуңынан финал уйындары үтә.

Әле уйындар бик ҡыҙыҡ, ҡыҙыу һәм гөрләп бара. Финал 31 ғинуарҙа Өфөләге "Динамо" стадионында буласаҡ.

"Беҙҙең халыҡ байрамды күңелле һәм файҙалы үткәрһен өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ. Бөтә ҡатнашыусыларға - уңыштар! Бында еңелеүселәр булмай. Иң яҡшыһы - ғаилә менән бергә ваҡыт үткәреү", - тип яҙған Радий Фәрит улы.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас