Һигеҙ - өлкән, ете бала кеше ял базаһында байрам үткәрмәк булған. Тик ҡапыл сирләп киткәндәр. Тәүҙә үҙаллы дауаланып маташҡандар, шунан "Роспотребнадзор" белгестәре уларға медучреждениеға барырға кәңәш иткән. Туристар Өфөгә килеп, медицина ярҙамы һораған. Уларҙа ротовирус инфекцияһын тапҡандар. Баш ҡала ҡунаҡтары ял базаһында санитар шарттарҙың насар булыуына ла зарланған.
Ҡунаҡ йортона өс көнгә урынлашҡан туристарға, яңы йыл күстәнәсе, тип ризыҡ биргәндәр. Шунан ағыуланыуҙары мөмкин.
Был ваҡиға буйынса тикшереү башланып, әле БР буйынса Тәфтиш комитеты белгестәре тарафынан енәйәт эше асылған.
Ял базаһында «санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе боҙоу» статьяһы буйынса тикшереү дауам итә.