Метапневмовирустың билдәләре: тымау, температура күтәрелеү, тын алыуы ауырайыу. Ҡыҫҡаһы, ОРЗ, ОРВИ кеүек инде. Был вирусҡа тәғәйен генә дарыу юҡ, үрҙә һаналған билдәләрҙе бөтөрөүсе препараттар менән дауалайҙар.
Ҡытайҙың төньяҡ провинцияларында таралған. Айырыуса 14 йәшкә тиклемге балалар тиҙ йоҡтора, ти. Сабыйҙарға, оло йәштәгеләргә бик ҡурҡыныс.
"Роспотребнадзор" белгестәре барыһын да контролдә тоторға тырыша.