Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Января 2025, 08:20

Ҡыш Бабай ирене...

Өфөлә боҙ ҡаласыҡтарының ябылыуы мөмкин. Сөнки һындар ирей. "Мороз и солнце..." шиғырын рәхәтләнеп һөйләп йөрөп тә булмай. Ни ҡояш юҡ, ни һыуыҡ. Кисә баш ҡалала температура рекорды яңыртылған: Өфө - Дим метеостанцияһында +2,2 градус теркәлгән. Был 1965 йылғы иң юғары күрһәткестән дә йылыраҡ. Ул йылда +2,1 градус менән рекорд ҡуйылған булған.  

Ҡыш Бабай  ирене...Ҡыш Бабай  ирене...
Ҡыш Бабай ирене...

Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов ТГ-каналда боҙ ҡаласыҡтарында сикләү индерелеүен хәбәр итә - тауҙар ишелә башлаған. Ҡайһы берәүҙәрендә махсус лента һуҙылған. Ял һәм байрам урындарына инеп була, тик боҙ һындары янына барыуы хәүефле - емерелеп өҫтөгөҙгә төшөүе ихтимал. Аллам һаҡлаһын!

Фото: vk.com

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас