Ғинуарҙы юҡҡа ғына һыуығай тимәгәндәрҙер. Элек ысынлап та шулай булғандыр. Тик хәҙер өс көн һыуыҡ булһа, артынан шундуҡ йылы килеп етә лә ҡуя. Метеорологтар климаттың үҙгәреүен күптән хәбәр итте. Глобаль йылыныуҙың йоғонтоһо күренә.
Был ғинуар башында иһә, күреп тораһығыҙ, әлегә йылы. Икенсе ун көнлөгөндә, теүәлерәге 13-өнән һуң, ҡапыл һыуыта. Ҡайһы бер төндә -33 градусҡа уҡ төшәсәк, тиҙәр. 18 - 20 ғинуарҙа, мәҫәлән, арыу ғына һыуыҡ күҙаллана.
Ә 21-нән һуң, ай аҙағына тиклем көндөҙ уртаса -10 градус булһа, төндә -15, -16 градус фаразлана.
Фото: автор фотоһы.