Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Января 2025, 11:00

Ҡулланыусылар хоҡуғы боҙолмаймы?

2024 йылда Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауға ҡағылышлы граждандарҙан килгән 700-ҙән ашыу мөрәжәғәт эшкәрткән. Был үтенестәр төрлө формала -  яҙма ялыуҙар, ҡыҙыу линияға шылтыратыу, шәхси ҡабул итеүҙәр һәм урындағы саралар ваҡытында килгән.  

Ҡулланыусылар хоҡуғы боҙолмаймы?Ҡулланыусылар хоҡуғы боҙолмаймы?
Ҡулланыусылар хоҡуғы боҙолмаймы?

– Был эш министрлыҡ менән халыҡ араһындағы үҙ-ара эш итеүҙең юғары кимәлен һәм граждандар үтенестәренә тиҙ яуап бирергә әҙерлеген күрһәтә. Был  эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә 10 миллион һумдан ашыу күләмдә мөмкин булған матди зыянды судҡа тиклемге тәртиптә иҫкәртергә мөмкин булды. Был ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса күрелгән саралар һөҙөмтәлелеген күрһәтә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифа башҡарыусы Алексей Гусев.

Министрлыҡ йәш быуындың, республика ҡулланыусыларының һәм эшҡыуарлыҡ субъекттарының ҡулланыусы һәм хоҡуҡи белемен күтәреү буйынса саралар күрә. 2024 йылда Башҡортостандың сауҙа министрлығы белгестәре 200-гә яҡын дәғүә һәм иск ғаризаһы төҙөүҙә бушлай ярҙам күрһәткән, 270 мәғлүмәти-аңлатыу сараһы үткәргән.

Бынан тыш, федераль һәм республика телевидение һәм радио каналдарында халыҡҡа ҡулланыусылар хоҡуҡтары һәм уларҙы яҡлау өсөн булған ресурстар тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән тематик тапшырыуҙар, тура эфирҙар үткәрелде.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас