Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Января 2025, 05:30

Билдәле драматургтың Хәтер кисәһе үтә

Ул 28 ғинуар 19.00 cәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтәсәк.  

Билдәле драматургтың Хәтер кисәһе үтәБилдәле драматургтың Хәтер кисәһе үтә
Билдәле драматургтың Хәтер кисәһе үтә

"Бишегемә кире ҡайтыу юлы" исеме аҫтында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, драматург, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флорид Бүләковтың хәтер кисәһе уҙасаҡ. Унда республика театрҙары коллективтары, билдәле яҙыусылар, драматургтар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.
"25 декабрҙә кисәнең режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм театрҙың баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова Флорид Бүләковтың ҡатыны Светлана Закир ҡыҙы менән осрашып, кисәнең программаһы тураһында фекер алыштылар," - тип хәбәр итә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас