Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Января 2025, 06:00

Бала бауырына энә инеп киткән...

Уға магнит ярҙамында операция яһағандар.  

Бала бауырына энә инеп киткән...Бала бауырына энә инеп киткән...
Бала бауырына энә инеп киткән...

Был хәл Татарстанда була. 2 ғинуарҙа Кама балалар медицина үҙәгенә бер малайҙы килтерәләр. Уйнап йөрөгәндә уның эсенә энә инә. Ул плевраль ҡыуышлыҡ аша үтеп, бауырға ҡәҙәр барып етә. Энәнең бауырға тәрәнерәк инеп, ҡан тамырҙарына, үт юлдарына зыян килтереү ҡурҡынысы була. 

Баланы ашығыс рәүештә Ҡазан ҡалаһына, Республика балалар клиник дауаханаһына оҙаталар. Унда табиптар магнит ярҙамында операция яһай. 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас