Декабрь аҙағында Тотатау итәгендә Ҡыш бабай тирмәһе (резиденцияһы) асылғайны. Унда көн һайын кеше өҙөлмәй, ҡунаҡтар һаны көндән-көн арта. Улар Башҡортостандан ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург, Тольяти, Силәбе, Екатеринбург һәм башҡа ҡалаларҙан да киләләр.
Бында көн һайын байрам саралары, уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары үтә. Этнокомплекс иртәнге сәғәт 11-ҙән киске сәғәт 10-ға тиклем эшләй.