Яңғыҙ имам
Манаранан ишетелә моңло аҙан, Аллаһ бөйөк! Аллаһ бөйөк! Ә мәсеттә яңғыҙ имам Намаҙ уҡый башын эйеп. Үҙе ҡарай тәҙерәгә, Килмәҫме тип берәр кеше, Килһен ине бөгөн береһе, Донъялағы ташлап эшен. Намаҙ булды инде тамам Ҡалған уйға яңғыҙ имам, Ултыра ул намаҙлыҡта, тормай һаман. Ниңә бәндәләр шөкөр итмәй? Аллаһ ҡушҡан намаҙға ла иҫе китмәй, Донъя ҡыуа бөгөн кеше ҡыҙып,ҡыҙып. Яңы йылды байрам итә,көтә ҡыҙыҡ, Өҫтәлдәрҙе мулдан ҡуйып, Ниғмәттәрҙе алдан йыйып. Йырҙар,моңдар ишетелә төрлө яҡтан, Ҡайҙарҙалыр салют ата шарт-шорт итеп. Кешеләрҙең наҙанлығы сиктән аша. Теләк теләй Яңы йылда иҫке батша, Ҡайһыһылыр уға ҡушылып гармун тарта. Улар менән дошман шайтан байрам итә- Ысынға аша уның барлыҡ хыялдары. Сума гонаһ һаҙлығына, донъя көтә- Бөгөн шулай әҙәм заты балалары. Бер Раббыбыҙ! Һинән һорайым: Тура юлға күндер Һин уларҙы! Мәсеттәргә килеп,сәҗдә ҡылып, Нығытһалар ине улар имандарын! Бер Раббыбыҙ!Һинән һорайым: Илдәр имен,тыныс булып, Манаранан яңғыраһын бөгөн аҙан ! Имамдар ҙа йәмәғәткә имам тороп, Уҡыһалар ине бергә намаҙҙарын! Рафиль Нуриәхмәтов