Яңы йыл каникулдарында һунарсылыҡ өлкәһендә ғәмәлдәге ҡануниәтте боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, асыҡлау һәм тотоу маҡсатында тотош республика буйынса рейдтар үткәрелә. Был осорҙа мышы һәм ҡоралайға һунар рөхсәт ителә.
— Был осорҙа министрлыҡтың дәүләт һунарсылыҡ инспекторҙары республиканың һунарсылыҡ биләмәләрендә көн һайын, ә ҡайһы саҡта тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт итә. Бөгөнгә 50-гә яҡын һунарсы тикшерелгән. Һунар ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланмаған. Граждандарҙың экологик ҡануниәтте үтәүҙе тәьмин итеү – беҙҙең эш. Һәр һунарсыға ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға, уларҙы үтәргә кәңәш итәм. Республикала 80 меңдән ашыу һунарсы теркәлгән. Йыл һайын Яңы йыл каникулдарында Башҡортостанда һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 15-ләп осрағы асыҡлана, шуларҙың өстән бер өлөшө осрағында енәйәт билдәләре бар. Төп хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡырағай хайуандарҙы атырға рөхсәт ҡағыҙҙары булмау, хәүефһеҙлек сараларын үтәмәү, шулай уҡ двигателе эшләгән механик транспортта ҡорал асылған булыуҙы индерергә була, - тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.