Таиландта Рәсәй туристары менән автобус юл-транспорт һәләкәтенә эләккән. «Shot» телеграм каналы хәбәр итеүенсә, һәләкәт Паттаяға ингән ерҙә булған. 37 турист ултырған автобус тәүҙә - Toyota Fortuner автомобиленә, аҙаҡ бетон ҡоймаға бәрелгән. Автобустың алғы һул яҡ өлөшөнә зыян килгән, алғы тәҙрәһе ҡойолған. 27 кеше имгәнгән, улар - Рәсәй туристары һәм 74 йәшлек автобус водителе. Улар урындағы дауаханаға оҙатылған. Биш кешенең хәле айырыуса ауыр, тип билдәләйҙәр. Пассажирҙар экскурсиянан ҡайтыр килгән була.
Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре әле авария сәбәптәрен асыҡлай. Әлегә төп фараз - автобус тормозы эшлектән сыҡҡан.